+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2019, 23:51

Өфөгә ҙур хоккей килде

КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы финалының өсөнсө уйыны "Өфө-арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" менән “Авангард” командаларын осраштырҙы.

КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы финалының өсөнсө уйыны "Өфө-арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" менән “Авангард” командаларын осраштырҙы. Беренсе осор тик милли батырыбыҙ исемен йөрөткән хоккей командаһының йондоҙло 20 минуты булды. Бер-бер артлы өс голды юлаевсылар Артём Сергеев, Йоонас Кемппайнен, Тему Хартикайнен индерҙеләр.

Икенсе осор “Авангард” өҫтө-өҫтөнә беҙҙең ҡапҡаға һөжүм итте. Тик "Салауат Юлаев" уйын ҡағиҙәһен боҙҙо – арбитр боҙҙа 5 уйынсы урынына 6 булды тип, штраф сәпәне. Әлбиттә Омск хоккейсылары бындай “бүләкте” ҡулдан ысҡындырманы - Денис Зернов гол индерҙе. Иҫәп - 3:1.

Өсөнсө осорҙа “Авангард” хоккейсылары 4 тапҡыр икешәр минут штраф алдылар. Һуңғы ике минутта Омск командаһы ҡапҡа һаҡсыһын алтынсы уйынсыға алмаштырҙы. Юлаевсылар буш ҡапҡаға ике гол индерҙе. Максим Майоров менән Пётр Хохряков гол авторҙары.

Әлегә серияла иҫәп 2:1. “Авангард” әлегә алда. Бөгөн "Салауат Юлаев" беҙҙе ҡыуандырҙы! 4 апрелдә "Өфө-арена" боҙ һарайында бөгөнгө уйынды ҡабатлауын көтөп ҡалабыҙ. Салауат – алға!
Читайте нас: