+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2019, 19:19

Иң шәп көлдөрөүсене лә билдәләнек!

1 апрель - Көлкө көнөнә арналған КОНКУРСыбыҙ тамам. Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ-көлкөлө хаттар алдыҡ һеҙҙән. Әүҙемлегегеҙ өсөн барығыҙға ла АФАРИН! Яҙмаларығыҙ беҙгә бик оҡшаны.

1 апрель - Көлкө көнөнә арналған КОНКУРСыбыҙ тамам. Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ-көлкөлө хаттар алдыҡ һеҙҙән. Әүҙемлегегеҙ өсөн барығыҙға ла АФАРИН! Яҙмаларығыҙ беҙгә бик оҡшаны. "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан Заһиҙә Рәжәпова ауыл лаҡаптарын бик ҡыҙыҡлы итеп бәйән иткән. Белорет районы Рысыҡай ауылынан Лилиә Әфләтүнованың, Өфө ҡалаһынан Динара Ураҙованың яҙмалары бик оҡшаны. Шулай ҙа, олатаһы менән бәйле булған ҡыҙыҡлы көләмәстәрҙе ебәреүсе уҡыусыбыҙ - Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең 5- се синыф уҡыусыһы Фирзәлиә Ҡарамышеваға етеүсе булманы. "Аманат"журналының Маҡтау билдәһе 1 апрель - Көлкө көнөнә арналған КОНКУРСта ҡатнашып, беренсе урын алған Фирзәлиә Ҡарамышеваға бирелә. Афарин, Фирзәлиә! Еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уҡыуҙарыңда уңыштар теләйбеҙ. "Аманат"тан айырылмағыҙ!
Читайте нас: