-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель 2019, 14:52

"Ҙур уйын" саҡыра һеҙҙе!

Быйыл йәй Өфөлә үтәсәк 53-сө йәйге “Халыҡ-ара балалар уйыны” ойоштороусылары конкурс иғлан итте!

Быйыл йәй Өфө ҡалаһында 53-сө йәйге “Халыҡ-ара балалар уйыны” үткәрелә. Донъяның 30 иленән 1500 бала ҡатнашасаҡ унда. Әлегә уйындарға тиклем бер аҙ ваҡыт бар, шуға уның ойоштороусылары “ҘУР УЙЫН” тип аталған шәп конкурс үткәрә.
Был конкурс ике этаптан тора. Беренсеһе – ижади конкурс 31 марттан 31 майға тиклем бара. Аҙна һайын “Ҙур уйын”дың “Бәйләнештә” сатындағы төркөмөндә (https://vk.com/biggame2019) эштәр биреләсәк. Маҡсат – тиҙҙән килеп етәсәк ҡунаҡтарҙы Өфө ҡалаһының йәмле һәм үҙенсәлекле урындары менән таныштырыу. Һәр башҡарылған эшкә балдар ҡуйыла. Кем иң күп бал йыя – шул еңеүсе. Уны 31 майҙа билдәләйәсәктәр.
1 июндән икенсе этап башлана.Унда йәйге лагерҙарҙа ял итеүсе балалар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар, командаларға бүленеп, спорт ярыштарында, ижади бәйгеләрҙә көстәрен һынаясаҡ. Билдәле спортсылар менән осрашыуҙар, шоу программалары ла ҡаралған.
“Ҙур уйын” еңеүселәрен 53-сө йәйге “Халыҡ-ара балалар уйыны”н тантаналы асыу церемонияһына почетлы ҡунаҡтар булараҡ саҡырасаҡтар. Конкурс барышында үҙҙәрен шәп репортер итеп күрһәткән балалар “Халыҡ-ара балалар уйыны”ның мәғлүмәт үҙәгендә хәбәрсе булып эшләй ала. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға уйындарҙы фанаттар өсөн тәғәйенләнгән трибунанан ҡарау бәхете тәтейәсәк.
Конкурс тураһында тулыраҡ https://vk.com/biggame2019 һылтанмаһы аша инеп ҡарарға була. Проекттың етәкселәре – Алексей Радченко (89174000304) һәм Альбина Мөхөтдинова (89033513935).
Читайте нас: