+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2019, 16:01

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағында Милли мәғариф идаралығы ойошторола

Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына арналған матбуғат конференцияһында ведомство башлығы вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һөйләне.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағында Милли мәғариф идаралығы ойошторола. Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына арналған матбуғат конференцияһында ведомство башлығы вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн министрлыҡта милли мәғариф мәсьәләләре менән ике кеше генә шөғөлләнә.
«Милли мәғариф идаралығында эшләргә тейешле 15-ләгән белгескә юғары профессиональ талаптар ҡуйыла. Ҙур педагогик тәжрибәгә эйә булыуҙан һәм башҡорт телендә аралашыуҙан тыш, әүҙемлек, башҡорт теленә өйрәтеүҙең заманса программаларын һәм методикаларын тормошта ҡуллана белеү ҙә кәрәк», — тип билдәләне министр вазифаһын башҡарыусы.
Мәғариф ведомствоһы етәксеһе һүҙҙәренсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы был йүнәлештә тәүге аҙым булып тора. Сара 11-12 апрелдә «Торатау» конгресс-холында уҙа. Форумда 800-гә яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
«Беҙгә хәҙер туған телдәрҙе уҡытыуҙың яңы, алдынғы алымдары кәрәк. Заман менән бергә атлау зарур. Тиҫтәләрсә йыл элекке методика буйынса эшләргә ярамай. Хәҙер балалар бөтөнләй икенсе, уларға ябай баҫма продукция белем сығанағы булып тормай. Тап шуның өсөн дә яңы технологияларҙы индерергә кәрәк. Белем биреү процесы бер дәреслек менән генә сикләнмәй, киңерәк ҡарарға һәм ғәҙәти белем биреү системаһы сиктәренән сығырға кәрәк. Фекер алышыу майҙансыҡтарында быларҙың барыһын да тикшерергә йыйынабыҙ», — тине Айбулат Хажин.
Ул шулай уҡ съездың киң йәмәғәтселек өсөн асыҡ буласағын белдерҙе. «Интернетта тура видеотрансляция барышында теләге булғандар һорауҙар бирә һәм идеялары менән уртаҡлаша ала», — тип һөйләне ведомство башлығы.

Читайте нас: