+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2019, 15:16

"Бирешмә!" премияһы

"Бирешмә!" беренсе балалар премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

7 апрелдә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Бирешмә!" беренсе балалар премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Был сараны "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы һәм "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы ойоштора.
Бүләкләү тантанаһы ҙур байрам рәүешендә үтәсәк. Йәш геройҙарҙы, ижадсыларҙы һәм уйлап табыусыларҙы "Бирешмә!" төркөмө солистары, ҙур етәкселәр, дәрәжәле шәхестәр һәм башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары, музыканттар ҡотлаясаҡ.
Конкурста йәмғеһе 137 бала ҡатнашты. Еңеүселәр 7 номинацияла билдәләнде:
"Бирешмә! Телде үҫтер!" - башҡорт телен үҫтереү, әҙәбиәтте һәм фольклорҙы популярлаштырыуҙа өлөш индереүселәр араһында;
"Бирешмә! Көслө бул!" - спортта ҙур ҡаҙаныш алған уҡыусылар араһында;
"Бирешмә! Ярҙам ит!" - бәләгә осраусыларға ярҙам ҡулы һуҙған йәш батырҙар араһында;
"Бирешмә! Белемгә ынтыл!" - Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән уҡыусылар араһында;
"Бирешмә! Ереңде һаҡла!" - тәбиғәтте, тирә-яҡты һаҡлауҙа өлөшөн индергән йәш экологтар араһында;
"Бирешмә! Ижад ит!" - йәш һүҙ оҫталары араһында;
"Бирешмә! Медиадонъяны яула!" - йәш журналистар, режиссерҙар, операторҙар, рәссам, фотограф, блогерҙар араһында.
Еңеүселәрҙең исемдәре тантана ваҡытында сәхнәлә яңғыраясаҡ.
Читайте нас: