Февралдә булып үткән "Үргә ос!” Беренсе мәктәп белем биреү форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәктәптәрҙе биш көнлөк уҡыу программаһына күсерергә ҡушҡайны. Был тәҡдим форумда хуплау тапты һәм 1 апрелдән республика мәктәптәрендә биш көнлөккә күсеү башланды.
1 апрелдән баш ҡалалағы 20 мәктәптең 214 башланғыс синыфы биш көнлөккә күсте. Тағы ла һигеҙ мәктәптең бишенсе һәм алтынсы синыф уҡыусылары, Совет районындағы 8-се мәктәптең 5-11 синыф уҡыусылары ла ай башынан шәмбе көндө дәрестәрҙән азат ителде.
Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 1 апрелдән ҡалала бөтәһе 7 345 уҡыусы биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән.
Апрель башынан 64 741 уҡыусы (55%) аҙнаһына биш көн уҡый. Уларҙың 54 364-е – 1-4 синыф уҡыусылары (100%). 5-9 синыф уҡыусылары – 9 495 кеше (8%), 10-11 синыфтар – 882 кеше(0,7%). 53 261 кеше (45%) аҙнаһына алты көн белем ала.
Бөгөн Өфөлә 128 мәктәп эшләй. 2019 йылдың 1 сентябренән Өфөнөң барлыҡ дөйөм белем биреү мәктәптәрендә биш көнлөккә күсеүҙе ойоштороу күҙаллана.