+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 01:19

Хоккей урынына һуғыш ҡараныҡ

КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы финалының дүртенсе уйыны "Өфө-арена" боҙ һарайын гладиатор майҙанына әйләндерҙе.

КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы финалының дүртенсе уйыны "Өфө-арена" боҙ һарайын гладиатор майҙанына әйләндерҙе.

Беренсе осор 0:0 менән тамамланһа, икенсе осорҙа командалар икешәр гол индерҙе. “Авангард”тың һөжүмселәре Сергей Шумаков менән Илья Михеев ике минут эсендә беҙҙең ҡапҡаны алдырғас "Салауат Юлаев" һөжүмселәре Тему Хартикайнен менән Пётр Хохряков яуапты оҙаҡ көттөрмәнеләр.

Икенсе осор шулай итеп 2:2 иҫәбе менән тамамланды. Ләкин өсөнсө осорҙа Өфө хоккейсыларына "күҙ тейҙерҙеләр".

Ике гол беҙҙең ҡапҡаға инде. Быға бик ныҡ йәне көйгән беҙҙең хоккейсылар, эмоцияларға бирелеп, һуғыша башланы...
Иҫәп - 4:2, беҙ еңелдек. Серияла иҫәп 3:1. “Авангард” тағы берҙе еңә ҡалһа, ул КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы

финалында еңеүсе лә булыуы ихтимал. Ләкин төшөңкөлөккә бирелмәйек, Салауат - алға!
Читайте нас: