+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 12:50

Радий Хәбиров Стәрлебаш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәбендә тапшырырға рөхсәт бирҙе

Был проблема 4 апрелдә «Мәғариф сәғәте» барышында килеп тыуғайны.

Радий Хәбиров Стәрлебаш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәбендә тапшырырға рөхсәт бирҙе. Был проблема 4 апрелдә «Мәғариф сәғәте» барышында килеп тыуғайны. Мәғариф министрлығы башлығы вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек һәм былтырғы тәртип боҙоуҙар хаҡында һөйләне.
Стәрлебаш районында тәртип боҙоу осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә һигеҙ уҡыусының эштәре юҡҡа сығарылған, положениеға ярашлы, Стәрлебашта 2019 йылда имтихандар ҡабул итеү пункты ябылған. Мәктәп тамамлаусылар БДИ-ны күрше Федоровка районында тапшырырға тейеш ине.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бының менән ризалашманы: «Әйҙәгеҙ, өлкәндәрҙең хатаһы өсөн балаларҙы интектермәйек. Һынау тотоу - былай ҙа ҙур стресс. Уны таныш булған урында бирергә кәрәк» - тине ул.
Республика етәксеһе хәлде асыҡлау һәм унан сығыу юлдарын табыу өсөн районға үҙенең хакимиәт етәксеһен ебәрҙе. «Кадрҙар мәсьәләһен тикшерегеҙ, кәрәк икән, өлкәндәрҙе язаға тарттырығыҙ, ләкин балаларҙы өйҙә ҡалдырығыҙ», - тигән фарман бирҙе.
Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 19 787 сығарылыш уҡыусыһы БДИ тапшыра, 119 имтихан үткәреү пункты һәм 5 ситуациялар үҙәге эшләй. 2019 йылда Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт республиканы «ышаныс зона»һына индерҙе.

Читайте нас: