+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2019, 00:55

"Салауат Юлаев", бирешмә!

Балашихала КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы финалының бишенсе уйыны беҙҙеке!

КХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы финалының бишенсе уйыны беҙҙеке! "Балашиха" боҙ һарайында өс осор һәм ике овертаймдан торған "Салауат Юлаев" - “Авангард” командалары араһындағы уйын көсөргәнешле барҙы. Тын алырға курҡып ултырған беҙҙең көйәрмәндәр элеге минутта "Салауат Юлаев"ҡа дан йырлай, Өфө урамдарында салют ата.


Беренсе осорҙоң өсөнсө минутында уҡ Өфө командаһы һөжүмсеһе Александар Бурмистров командаһына беренсе гол килтерә. Ун минуттан һуң “Авангард”тың һөжүмсеһе Сергей Шумаков исәпте тигеҙләй.


Икенсе осорҙа “Авангард” алға сыға. Омск командаһы һөжүмсеһе Максим Тальбо командаһына бер мәрәй килтерә. Ләкин өсөнсө осор оң аҙағында юлаевсы Линус Умарк иҫәпте тигеҙләй.


Егерме минутлыҡ овертаймда ике команда ла тигеҙ уйнаны. Бер аҙ тәнәфестән һуң икенсе овертайм башланды. Был осорҙа "Салауат Юлаев"тың һөжүмсеһе Йоонас Кемппайнен еңеү голын килтерҙе. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер башҡорт көйәрмәндәре Йоонас Кемппайненды Юныс Кейембаев тип йөрөтәләр. Афарин Юныс!


8 апрель "Өфө-арена" боҙ һарайында һәм телевизор алдында көтөп ҡалабыҙ һеҙҙе дуҫтар!


Әлегә серияла иҫәп - 3:2, беҙ еңдек. Беҙ "Авангард"ты ҡыуып етеп, үтеп китергә тейешбеҙ. Шуға күрә, Салауат - алға!


Читайте нас: