+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2019, 12:44

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һүрәттәр конкурсы иғлан итте

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар өсөн һүрәт төшөрөү конкурсы иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар өсөн һүрәттәр конкурсы иғлан итте. Бәйге шарттары буйынса, бала үҙенең яратҡан табибын һүрәтләргә һәм ни өсөн теге йәки был табипты иң һәйбәте тип иҫәпләгәне тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып ебәрергә тейеш. Мәғлүмәтте ата-әсәләр ярҙамында яҙырға мөмкин булһа, һүрәтте бала үҙе төшөрөргә бурыслы.

Конкурс эштәренә йомғаҡ Медицина хеҙмәткәре көнөндә (16 июнь) яһаласаҡ. Иң шәп рәсемдәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, поликлиникаларҙа, дауаханаларҙа ойошторолған күргәҙмәләрҙә ҡуйыласаҡ. Иң-иң яҡшы тип табылған 5 һүрәт авторына Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин үҙе бүләктәр тапшырасаҡ.

Һүрәттәрҙе [email protected]. электрон почтаһына, https://vk.com/public172931669 төркөмөнә хат рәүешендә ебәрергә мөмкин.

Читайте нас: