-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2019, 12:33

Өфөлә мәктәптәрҙә туҡланыу хаҡы билдәләнде

Өфө хакимиәте 2019 йылға мәктәп уҡыусылары өсөн туҡланыу хаҡын билдәләне.

Өфө хакимиәте 2019 йылға мәктәп уҡыусылары өсөн туҡланыу хаҡын билдәләне. Мэрияның сайтында баҫылған документҡа ярашлы, баланслы йылы аш менән туҡланыу хаҡы уҡыусының йәшенә бәйле.
Әйтәйек, башланғыс класс уҡыусыһы өсөн иртәнге аш хаҡы көнөнә — 55 һум, төшкө аш — 65 һум, унан һуң ҡапҡылап алыу 22 һум тәшкил итә. Өлкән класс уҡыусыһы өсөн (5-11 кластар) иртәнге аш — 60 һум, төшкө аш — 70 һум, икенде ашы 22 һум тора. Был хаҡтар ашатыу республика бюджетынан финанслау иҫәбенә тормошҡа ашырылған уҡыусыларға ҡағылмай.
Мәктәп-интернаттарҙа уҡыусылар өсөн дүрт тапҡыр бушлай туҡланыу хаҡы Өфө бюджетынан бер балаға көнөнә 240 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, документта ишле ғаиләләрҙәге балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, социаль яҡтан хәүефле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн льготалар ҡаралған.

Читайте нас в