Өфө ҡалаһының Ҡамышлы урамында яңы спорт әҙерлек үҙәге төҙөлә. Уны асыу тантанаһы июнь айына планлаштырылған. Әлеге ваҡытта үҙәккә исем һайлайҙар. Һайлау өсөн биш вариант: "Башҡортостан", "Урал батыр", "Спорт территорияһы", "Ирәмәл", "Ҡамышлы" тигән исемдәр тәҡдим ителгән.
Тауыш биреү республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының сайтында 25 апрелгә тиклем дауам итә.