+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2019, 19:25

"Тамыр"ҙың яҙғы йыры

“Тамыр” телеканалы, һәр ваҡыттағыса, яҙғы сағыу тамашаһы менән һөйөндөрҙө.Туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға дан йырлаған байрам булды ул.

“Тамыр” телеканалы, һәр ваҡыттағыса, яҙғы сағыу тамашаһы менән һөйөндөрҙө.Туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға дан йырлаған байрам булды ул.


“Быйылғы концерт программаһы айырыуса бай булды, сөнки балаларға республикабыҙҙың тотош йөҙ йыллыҡ тарихын еткерергә тырыштыҡ. Был ғәмәлде һаҡсыллыҡ менән ҡыҙыҡлы итеп башҡарырға тейеш инек. Шуға ла бар тамашаны башҡорт алфавиты тирәләй төҙөргә булдыҡ. А – Аҡмулла, Б – башҡорт балы, В – Ватан, Г – Гәрәев Муса. Алфавитты тотош зал ҡысҡырып уҡыны, ата-әсә балаларға кемдең кем, нимәнең нимә икәнен аңлатып өлгөрөргә тырышты”, – ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.


Концерт өсөн махсус рәүештә 12 йыр яҙылған, уларҙың һәр береһендә – тотош тарих, республикабыҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт иткән кешеләр яҙмышы.


Программаның режиссеры – Ләйсән Солтанғолова, сценарий авторы – Гөлназ Ишемғолова, рәссамдар – Айрат Арыҫланов, Гөлназ Минғәжева, Эльдар Кәримов, Айгөл Бикбаева, композитор – Айҙар Хәмзин, тауыш режиссеры – Азат Рәхимов.


Концерттың бәләкәй тамашасылары телеканалдың алып барыусылары менән ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны, халыҡ кәсептәре менән танышты, туған телендә кинәнеп аралашты.


Автор: И. ҠОРМАНОВА.

Читайте нас: