«Башҡорт теле күптән үҙ корпусына мохтаж ине. Милли корпус туған телдең заманса һанлы тормошоноң мөһим өлөшө булып тора, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә, стилистик һәм грамматик белешмәһе булып хеҙмәт итә, уҡытыуҙа һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙә ярҙамға килә, шулай уҡ яһалма интеллекттың башҡорт телен аңлаған ҡатмарлы системаларын әҙерләү өсөн нигеҙ булыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта башҡорт теле корпусында 20 миллиондан ашыу һүҙ ҡулланылышы бар, был 180-гә яҡын ҡағыҙ китап томына тиң. Корпусҡа художестволы әҫәрҙәр, закондар, гәзит-журнал мәҡәләләре, Википедияның башҡортса бүлегендәге ҡайһы бер мәҡәләләр индерелгән. Сайттың интерфейсы һәр кешегә үҙенең тел интуицияһын, теге йәки был башҡорт һүҙен дөрөҫ ҡулланамы, юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға мөмкинлек бирә. Корпус менән файҙаланыуҙың ябай
инструкцияһы бар.