-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2019, 13:14

Өфө — Рәсәйҙә Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарылған берҙән-бер ҡала

Шулай уҡ Уйындар тарихында ҡышҡы һәм йәйге Уйындарҙы ҡабул иткән тәүге ҡала булыр.

Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһының офисы асылды. Ул Зәки Вәлиди урамы, 1 адресы буйынса, «Торатау» конгресс-холы ҡаршыһында урынлашҡан. Офис Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороу комитетының эше өсөн тәғәйенләнгән. Майҙансыҡ кәңәшмәләр үткәреү һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара Олимпия Комитеты булышлығында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Ярыштарҙа 1500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Уйындарға Австралия, Канада, АҠШ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Мексика, Нидерланд һәм башҡа илдәрҙең командалары килә. 2013 йылда Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара уйындары үтте, унда донъяның 59 ҡалаһынан һәм 20 иленән 800 бала ҡатнашты. Өфө — Рәсәйҙә Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарылған берҙән-бер ҡала, шулай уҡ Уйындар тарихында ҡышҡы һәм йәйге Уйындарҙы ҡабул иткән тәүге ҡала булыр.

Читайте нас в