+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2019, 18:49

Мостай Кәрим исемендәге круиз теплоходы

Әҙиптең исемен йөрөткән аэропорт, самолет булды. Хәҙер теплоход төҙөйҙәр.

Түбәнге Новгородтың "Красное Сормово" заводында дүрт палубалы судно төҙөйҙәр. Уға "Мостай Кәрим" исемен биргәндәр. Теплоход Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге мул һыулы йылғаларҙа, Азов, Ҡаспий һәм Ҡара диңгеҙҙә йөҙөү өсөн тәғәйенләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ағиҙел йылғаһында ул йөҙә алмай - һыуҙың тәрәнлеге етмәй.
Теплоходтың оҙонлоғо - 141, киңлеге - 16,8, бейеклеге - 5 метр. Тиҙлеге - 25 км/сәғ. Экипаж һаны - 76 кеше, бортҡа 338 пассажир һыя. Судно уңайлы каюталар, ресторан, бар, интернет-офис, балалар өсөн уйын бүлмәһе, спорт-һауыҡтырыу комплексы менән йыһазландырылған. Теплоходты 2020 йылдың февралендә төҙөп бөтәсәктәр, ә һыуға киләһе йылдың май айында төшөрөләсәк.


Читайте нас: