+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2019, 12:18

Ижад кисәһенә килегеҙ!

19 апрелдә Өфөлә башҡорт халҡының бөйөк шағиры Шәйехзада Бабичтың һәләк булыуына 100 йыл тулыу айҡанлы шиғри-музыкаль кисә үткәрелә.

19 апрелдә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы сиктәрендә башҡорт халҡының бөйөк шағиры Шәйехзада Бабичтың һәләк булыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Ал да нур сәс халҡыңа” тип аталған шиғри-музыкаль кисә үткәрелә. Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы һәм Мәҙәниәт министрлығы.
Сарала Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаттары - әҙәбиәт күген яҡтыртҡан әҙиптәр, танылған йыр-моң оҫталары, бейеү ансамблдәре сығыш яһаясаҡ.

Кисә 19 сәғәттә башлана.


Читайте нас: