+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2019, 16:47

Балалар тейәгән автобус боҙ аҫтына төшөп киткән

Бөгөн иртән Белорет районында уҡыусылар тейәгән автобус боҙ аҫтына төшөп киткән

Бөгөн иртән Белорет районында уҡыусылар тейәгән автобус боҙ аҫтына төшөп киткән. Был хәл Отнурок-Белорет юлында булған.


Автобуста 17 бала Белоретҡа дәрескә китеп барған. Элек автобус Нура йылғаһы аша һалынған күперҙән йөрөгән, ләкин ул күптән емерелгән. Шуға хәҙер балаларҙы урау юлдан йөрөтөргә тура килә. Йылға ташҡан, юлды һыу баҫҡан һәм автобус боҙ аҫтына төшөп киткән.


Бәхеткә күрә, балалар зыян күрмәгән, улар кире ауылға ҡайтарылған. Автобус та механик яҡтан төҙөк, водитель айныҡ булған.
Читайте нас: