+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2019, 22:07

Башҡортостанда 220 кешене талпан тешләгән

Табиптар әйтеүенсә, бөжәктәрҙең әүҙемлеге көндәрҙең йылыныуына бәйле. Талпандарҙың әүҙем сағы халыҡтың күпләп тәбиғәткә сыҡҡан, баҡса эштәре менән мәшғүл мәленә тура килә.

Табиптар әйтеүенсә, бөжәктәрҙең әүҙемлеге көндәрҙең йылыныуына бәйле. Талпандарҙың әүҙем сағы халыҡтың күпләп тәбиғәткә сыҡҡан, баҡса эштәре менән мәшғүл мәленә тура килә.

Эпидемиологтар талпан энцефалиты һәм башҡа йоғошло сирҙәргә ҡаршы прививка эшләтергә кәңәш итә. Рәсәйҙә етештерелгән вакцина яҡынса 350-400 һум тора, импорт дарыу 1 мең һумға һатыла. Былтыр республикала талпан ҡаҙалып, 11 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. 50 кешегә талпан энцефалиты һәм боррелиоз диагнозы ҡуйылды.



Читайте нас: