+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2019, 14:39

"Аманат" дискотекаһы

22 апрель Ғафури районының Сәйетбаба, Йөҙимән мәктәптәрендә, Красноусол Башҡорт гимназия-интернатында шаулап-гөрләп, "Аманат"тың дискотекаһы уҙҙы.

22 апрель Ғафури районының Сәйетбаба, Йөҙимән мәктәптәрендә, Красноусол Башҡорт гимназия-интернатында шаулап-гөрләп, "Аманат"тың дискотекаһы уҙҙы. Был сараны, “Аманат” журналы редакцияһы, үҙенең уҡыусыларына күңелле ял сәғәттәре бүләк итеү маҡсатынан ойошторҙо. “Аманат”тың йәш йондоҙо – диджей Рудольф Йөҙлөбаев ҡатнашлығындағы был матур байрамда балалар йырланы ла, бейене лә, төрлө уйындарҙа ҡатнашып, "Аманат"тың шәп приздарын отто, иҫтәлеккә фотоға төштө. Осрашыу күңелгә матур тәъҫораттар ҡалдырҙы. Уҡыусыларға, бер аҙға ғына дәрестәренән арынып, күңелле байрам ойошторғандары өсөн Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға, Йөҙимән мәктәбе директоры Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллинаға, Сәйетбаба мәктәбе директоры Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизоваға, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, синыф етәкселәренә һәм дә ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. "Аманат"ты алдырып уҡыусы уңған, тырыш, алсаҡ, дәртле балалар менән тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып, хушлаштыҡ. Фотоларҙы аҫтағы һылтанмалар аша ҡарағыҙ.





Читайте нас: