+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2019, 15:17

Ҡаршы алығыҙ: алағарай һаны!

“Аманат” журналының алағарай һанын көтә-көтә арып киткәнһегеҙҙер инде? Оҙаҡламай ул килеп етер, бер аҙ ғына сабыр булығыҙ, яраймы? Әлегә беҙ һеҙгә, ғәҙәттәгесә, сер тоҡсайын тишә торайыҡ – журналда ниҙәр барлығы тураһында бәйән итәйек.

“Аманат” журналының алағарай һанын көтә-көтә арып киткәнһегеҙҙер инде? Оҙаҡламай ул килеп етер, бер аҙ ғына сабыр булығыҙ, яраймы? Әлегә беҙ һеҙгә, ғәҙәттәгесә, сер тоҡсайын тишә торайыҡ – журналда ниҙәр барлығы тураһында бәйән итәйек.
“Аманат”ты конкурс-уйындарһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Улар шул тиклем күп! Был юлы “Оҙонсәс” конкурсы тураһында онотоп китте шикелле ағай-апайҙар, тип аптырауға ҡалғанһығыҙҙыр. Онотманыҡ, ни бары бер айға һуҙҙыҡ ҡына. Еңеүсе иң оҙон толомло ҡыҙҙың фотоһы был айҙа “Аманат”тың тышлығында донъя күрҙе. Әбйәлил районы ҡыҙы Заһиҙә Рәжәпова ул. Шул тиклем сәсте ҡыҙ нисек үҫтерҙе икән – был турала журналда уҡырһығыҙ.
Журналдың алағарай һанында шулай уҡ “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренә ебәрелгән гәрәбәгә тиң матур әҫәрҙәр донъя күрҙе. “Ай, һылыу!” конкурсында алағарай һылыуын да билдәләнек.
Үткән һандарҙа беҙ Ғарифулла Япаровтың “Бала саҡ иле” хикәйәләр шәлкемен баҫҡайныҡ. Оҡшанымы? Был һанда ла шуҡ малай – Ғәлимдең мажаралары тураһында көлә-көлә уҡырһығыҙ, Алла бойорһа!
Йәш хәбәрсе Рәфис Ҡуйбағаров беҙгә бик ҡыҙыҡлы әңгәмә ебәргән. Әңгәмә геройы – Ҡытайҙа уҡып йөрөгән башҡорт ҡыҙы – Гөлнәзирә. Ҡытай һынлы Ҡытайҙа уҡыған батыр, тырыш ҡыҙ тураһында мәҡәлә, моғайын, күптәрҙе дәртләндерер, тип уйлайбыҙ.
“Уҡырға ҡайҙа барырға?” тип баш ватҡандар ҙа барҙыр арабыҙҙа. “Аманат” журналы был һанда Республика инженер лицейы, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы менән таныштыра.
Дуҫтар! Һеҙҙең супер-кешеләр тураһында фильмдар ҡарағанығыҙ бармы? Ысынында ла шундай һәләтле кешеләр булыуына ышанаһығыҙмы? Ә беҙ ышанабыҙ! Тап шундай кешеләр тураһында Миләүшә Баййегетованың “Индиго: мутант балалармы, әллә яңы расамы?” тигән мәҡәләһендә уҡырһығыҙ. Кем белә, бәлки ундайҙар беҙҙең арала ла барҙыр...
“Аманат” журналы шул тиклем лайфхактарға бай! Был һанда, мәҫәлән, сығарылыш синыфтары уҡыусыларына Миләүшә апайығыҙ үҙенең нисек итеп математиканан БДИ тапшырыуы тураһында мауыҡтырғыс итеп бәйән итә, имтиханды еңел генә тапшырыу серҙәре менән дә бүлешә. Ул БДИ-ның ни өсөн кәрәклеге тураһында ла яҙған. Ә мәктәптә кәмһетеүгә дусар булған бәғзеләр өсөн уның “Буллинг” тип аталған мәҡәләһе файҙалы булыр. Үҫмерҙәр араһында киң таралған гастрит ауырыуы тураһында Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ тәфсирләп яҙған.
Әйткәндәй, журналыбыҙҙа өр-яңы рубрика асылды бит әле. “Балыҡсы мәктәбе” тип атала ул. Солтан Шәрипов исемле балыҡ тотоуҙы бик ныҡ яратҡан ағайығыҙ һыла балығын нисек тотоуы тураһында бик мауыҡтырғыс итеп яҙған. Малайҙарға ғына түгел, ҡыҙҙарға ла ҡыҙыҡлы булыр был мәҡәлә! Ә ҡыҙҙарға килгәндә, “Айһылыу” рубрикаһында иҫке джинсыларҙы нисек итеп “яңыртырға” өйрәттек. Күреп торорһоғоҙ, бер-нисә көндән модалы салбар кейгән ҡыҙҙар урам тулып йөрөр әле!
Был һанда постерҙа ниндәй йондоҙ сығыуы әлегә сер булып ҡалһын. Йондоҙмо ул, әллә йондоҙҙармы? Бер-нисә көндән күрерһегеҙ!
Сер тигәс тә, “Мәңгелек сер”ҙе онотоп ҡалдыра яҙғанбыҙ ҙа инде! Был рубрикала Гөлфиә исемле серҙәшебеҙ үҙенең нисек итеп егеттән алдана яҙыуы тураһында асырғанып һөйләй. “Яратып йөрөгән егетемдең ауылында балалы ҡатыны булған” тип башланған хатты ҡулға алғас, беҙ ҙә “аһ” тип һушһыҙ ҡалдыҡ.
Дуҫтар! "Аманат"ҡа 2019 йылдың 2-се
ярты йыллығына яҙылыу кампнияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Ярты йылға яҙылыу хаҡы - 340 һум 08 тин. “Аманат”лы булығыҙ!
Читайте нас: