-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2019, 14:01
Башҡортостан райондары буйлап "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы башланды
Башҡортостанда "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы башланды. Акция барышында төрлө медицина ҡормалдары менән йыһазландырыған автопоездар райондар буйлап йөрөйәсәк.
Башҡортостанда "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы башланды. Был идеяны ауыл халҡына медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеүҙе әүҙемләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне.
Акция барышында төрлө медицина ҡормалдары менән йыһазландырыған автопоездар райондар буйлап йөрөйәсәк. Ауыл халҡының бушлай тикшерелергә, беренсел медицина ярҙамы алырға мөмкинлеге буласаҡ. Акция 10 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Акция тураһында тулыраҡ
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтында
уҡығыҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?