+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2019, 18:55

“Тамсылар-2019” III ҡала фестиваль конкурсы

Дим районында урынлашҡан 102- се башҡорт гимназияһы базаһында “Тамсылар-2019” III ҡала фестиваль конкурсы шаулап- гөрләп, бик матур үтте.

Дим районында урынлашҡан 102- се башҡорт гимназияһы базаһында “Тамсылар-2019” III ҡала фестиваль конкурсы шаулап- гөрләп, бик матур үтте.

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан йәш конкурсанттар үҙ репертуарына күбеһенсә туған телебеҙ, тыуған еребеҙ һәм Республикабыҙға бағышланған йырҙарҙы алған.

Был сараның төп маҡсаты башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү, йәш таланттарын табыу һәм уларға артабан да үҙ һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү.

Жюри рәйесе башҡорт эстрадаһында популяр йырсы, композитор, бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Сәйет Билалов менән бергә жюри ағзаларына дәртле, моңло, талантлы балаларға урын билдәләүе бик ауырға тура килде. Конкурсанттар өс номинация буйынса баһаланды: яңғыҙ башҡарыусы, дуэт, ансамбль.

Шулай итеп, “Тамсылар-2019” башҡорт йыры фестивале Гран- при яулаусыһы 6- сы лицей уҡыусыһы Сөләймәнов Искәндәр. Киләһе “Тамсылар – 2020” фестивалендә осрашҡанға тиклем.
Читайте нас: