+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2019, 19:11

27 апрель - II Бөтөн республика шәмбе өмәһе көнө

Иртәгә, йәғни 27 апрель II Бөтөн республика шәмбе өмәһе үткәрелә.

Иртәгә, йәғни 27 апрель II Бөтөн республика шәмбе өмәһе үткәрелә.

Рәсәйҙә беренсе шәмбе өмәһе (субботник) 1919 йылда Граждандар һуғышы осоронда ойошторола. Владимир Ильич Лениндың тимер юл хәрәкәтен яҡшыртырға өндәп сығыш яһауынан һуң, 1919 йылдың 12 апреленә ҡарай төндә Мәскәү-Ҡаҙан тимер юлының 15 эшсеһе, эштән һуң ҡалып, 10 сәғәт эсендә 3 паровозды йүнәтә. Шул уҡ йылдың 10 майында 205 кешенән торға эшселәр төркөмө беренсе коммунистик шәмбе өмәһенә сыға. Аҙаҡ был хәрәкәтте башҡа тимер юлдар, завод фабрика эшселәре күтәреп ала.

Шәмбе өмәһе ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла йыл һайын ер ҡарҙан асылғас үткәрелә. Ниңә кәрәк ул? Беренсенән, тирә-йүн таҙа, бөхтә булһын өсөн. Икенсенән, күмәкләп эшләгән эш дуҫлаштыра, араларҙы яҡынайта.

Йылайыр районының Сәләх ауылы был йәһәттән өлгө булырлыҡ ауыл. Урамдарында бер сүп юҡ! Баҡтиһәң, халыҡ үҙенең ихатаһы тәңгәлендәге урамды (юлды) һепереп, таҙалыҡта тота икән. Афарин!

Иртәгә "Аманат" журналы мөхәрририәте лә шәмбе өмәһенә сыға. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең менән сығығыҙ!
Читайте нас: