Бөгөн тотош республика тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартырға - шәмбе өмәһенә сыҡты. Дөйөм республика шәмбе өмәһе «Йәшел Башҡортостан» экология акцияһы сиктәрендә ойошторолғайны. Унда олоһо ла, кесеһе лә дәррәү ҡатнашты.
"Аманат" журналы ла был изге ғәмәлдән ситтә ҡалманы - мөхәрририәт урынлашҡан бина тирәләй газондарҙы тырматып, тротуарҙы һепереп "ялт" иттереп ҡуйҙы. Тирә-йүн таҙа булғанда кәйефтәр ҙә шәп, эштәр ҙә ырай.
Халыҡ әйтмешләй, таҙартҡан ер түгел, ә бысратмаған ер таҙа. Ер шарының бөхтә, күркәм булыуы - беҙҙең ҡулда шул. Шәмбе өмәләрендә генә түгел, көн дә таҙалыҡты һаҡларға, тәбиғәтте тәләфләмәҫкә кәрәк. Һеҙ беҙҙең менән килешәһегеҙме?