+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2019, 19:51

Йылы көндәр, һеҙ ҡасан киләһегеҙ?

"Ҡар яуһа, аҡҡоштар йылы яҡтан ҡайта" ти халыҡ әйтеме.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә алдағы көндәрҙә термометр күрһәткесе + 3 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Үткән төн күп райондарҙа ҡар яуҙы. Бөгөн ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ.

30 апрель һәм 1 майҙа һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Төндә 2-7 градус һалҡын, көндөҙ 5-10 градус йылы булыуы күҙаллана. "Йылы көндәр, һеҙ ҡасан киләһегеҙ?" тип һораһағыҙ, Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан аҙна аҙағына ғына ныҡлап йылытасаҡ тип хәбәр иттеләр.


Читайте нас: