-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2019, 10:55

Ҡырғыҙстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов китаптың исем туйына меңдәрсә кеше йыйҙы

24-27 апрелдә Ҡырғыҙстанда башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуҙар үтте.

24-27 апрелдә Ҡырғыҙстанда башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуҙар үтте. Яҙыусының «Дилазык» нәшриәт йорто ҡырғыҙ һәм рус телдәрендә баҫтырып сығарған «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы Кожомгул исемендәге Спорт һарайының 3000-дән ашыу кеше һыйҙырышлы залында ойошторолдо. Сарала республиканың күренекле яҙыусылары, журналистары, дин вәкилдәре ҡатнашты.
Тәүгеләрҙән булып авторҙы «Дилазык» нәшриәт директоры Алмамбет Осмонуулу ҡотланы. Әҙәбиәттең сиге юҡ һәм ошондай әҫәрҙәр кешеләрҙе яҡынайта ғына, тип билдәләне ул. Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең бөтә китаптарын («Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары», «Алдаҡсы» повестарын) ҡырғыҙ телендә нәшер итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
«Һеҙҙең ҡырғыҙ телендә баҫылған китабығыҙҙы уҡыусылар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яратып өлгөрҙө. Шуға күрә барлыҡ әҫәрҙәрегеҙҙе үҙебеҙҙә сығарырға теләйбеҙ», — тине нәшерсе.
Ҡаҙағстандан сараға «Кокжиек» нәшриәте директоры Ҡанат Ибраһимов килгәйне. Ул Алматыла баҫылған китаптарҙың һорау менән файҙаланыуын һәм тиҙҙән Айгиз Баймөхәмәтовтың икенсе китабы донъя күрәсәген хәбәр итте.
Сара барышында китап уҡыу буйынса республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
«Ҡырғыҙҙарҙың мине йылы ҡабул итеүе бик оҡшаны. Спорт һарайында шунсама кеше алдында тәүге тапҡыр сығыш яһаным. Һуңынан оҙаҡ ҡына автограф тараттым, хатта арып киттем, — тине Айгиз Баймөхәмәтов. — Һәр кем китап өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләне. Ҡырғыҙстанда мин бик күп бүләктәр алдым, уларҙың бер өлөшөн шунда ҡалдырып китергә тура килде».
Яҙыусы Бишкәк ҡалаһының лицей-интернатында ла китап уҡыусылар менән осрашты. Артабанғы ике көндә быйыл Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Ош ҡалаһында осрашыуҙар үткәрҙе. «Жетиген» лицейы һәм Ош дәүләт университеты студенттары, уҡытыусылары менән осрашыу йылы мөхиттә уҙҙы.

Читайте нас в