-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2019, 11:27

Бөрйәндә - яңы мәктәп

Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында 108 урынлыҡ яңы мәктәп һәм 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды.

Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында "Республиканың 100 йыллығына - 100 объект" программаһы сиктәрендә 108 урынлыҡ яңы мәктәп һәм 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды.
Яңы белем усағы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, спорт һәм тамаша залы, ашхана, китапхана эшләй. Ғөмүмән, тырышып уҡыр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.
Быға тиклем Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт ауылы балалалары 1368 йылғы иҫке мәктәптә ике сменала уҡый ине. Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, яңы мәктәп асылған көндә бығаса эшләп килгән Яңы Собханғол мәктәбенең 90 йыллыҡ юбилейы ла билдәләнде. Ҡотлайбыҙ!

Читайте нас в