+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2019, 14:45

Башҡортостандан Гөлшат Йәрмөхәмәтова – «Рәсәйҙең 2-се студенты-2019»

Новосибирскиҙа V «Рәсәй студенты-2019» Бөтә Рәсәй һомғоллоҡ, спорт һәм һәләт конкурсы тамамланды.

Новосибирскиҙа V «Рәсәй студенты-2019» Бөтә Рәсәй һомғоллоҡ, спорт һәм һәләт конкурсы тамамланды. Башҡортостандан конкурста Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курс студенты Гөлшат Йәрмөхәмәтова ҡатнашты.
«Һылыуҡай Bashkirian Beauty» студияһы етәксеһе Линара Таһирова хәбәр итеүенсә, конкурс этаптары араһында ГТО тапшырыу нормалары, интеллектуаль һәм илһөйәрлек турҙары, дефиле һәм социаль селтәрҙә тауыш биреү булды. Гөлшат Йәрмөхәмәтова тәүге өсәү иҫәбенә инде һәм «Рәсәйҙең 2-се студенты-2019» исемен алды. Бынан тыш, ҡыҙ «Рәсәйҙең иң мәрхәмәтле студенты – 2019» номинацияһына лайыҡ булды.
Гөлшатҡа 21 йәш, ул сығышы менән Бөрйән районынан, һөнәре буйынса – буласаҡ технолог. Ҡыҙ бейеү, өҫтәл теннисы менән мауыға, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, «Bashkirian Beauty» студияһы моделе. Буйы – 173 сантиметр, параметрҙары – 82-64-93.
«Рәсәй студенты» Бөтә Рәсәй конкурсы һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү, студенттарҙың ижадын, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм уны киң мәғлүмәт саралары ярҙамында популярлаштырыу, Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, Рәсәй төбәктәре йәштәре араһында йәмәғәтселек, социаль һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсатында уҙғарыла.

Читайте нас: