+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2019, 13:32

”Аманат” - ул әхлаҡи тәрбиә сығанағы

Беҙ, Әбйәлил районы Сиҙәм урта мәктәбенең 5 "А" синыфы уҡыусылары, “Бөтөн синыф менән -“Аманат”ҡа!” конкурсында ҡатнашырға булдыҡ.

Хөрмәтле “Аманат” журналы редакцияһы!


Беҙ, Әбйәлил районы Сиҙәм урта мәктәбенең 5 "А" синыфы уҡыусылары, “Бөтөн синыф менән -“Аманат”ҡа!” конкурсында ҡатнашырға булдыҡ.


Синыфыбыҙҙа бөтәһе 14 бала.Улар бөтәһе лә белем алыуға, яңылыҡҡа ынтылыусан уҡыусылар.Мәктәп,район кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Мәҫәлән, мәктәбебеҙҙә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 бишле” конкурсы сиктәрендә үткәрелгән ярышта ҡыҙҙарыбыҙ Айһылыу Таңғатарова - I, Эльза Итекәева II урын яуланы. Малайҙарыбыҙ Илнар Түләкбаев менән Даян Фазылов бокс буйынса республика күләмендә үткәрелгән ярыштарҙан еңде. Динара Нафиҡова бейергә ярата,ул төрлө бейеүҙәр һалырға ла оҫта. Ғөмүмән,һәр уҡыусым да төрлө яҡтан һәләтле, миңә тик һәләттәрен асырға һәм улар менән шул йүнәлештә эшләргә генә ҡала.


“Аманат” журналы менән уҡыусыларым башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә танышты. Улар күңеленә төрлө төбәктәрҙә йәшәгән тиҫтерҙәренең яҙған шиғырҙары, мәҡәләләре, хикәйәләре хуш килә. Ҡыҙҙарға “Ҡыҫтыбый” рубрикаһы, “Башэшләтмәк” уйыны оҡшай. Улар “”Пионер”ҙан алынған латин хәрефле яҙманы һағынып көтөп ала. Малайҙар иһә “Мөғжизәле донъя”, төрлө техника тураһындағы мәҡәләләрҙе ярата.


“Аманат” беҙгә,тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. ”Аманат” - ул әхлаҡи тәрбиә сығанағы. Айырыуса бөгөнгө көндә, башҡорт телен өйрәнеү киҫкен торғанда, уның роле баһалап бөткөһөҙ.


Оло юбилейын билдәләгән “Аманат” журналына артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Алһыу Уйылданова,Әбйәлил районының Сиҙәм урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: