-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2019, 13:01

Ураҙа ваҡытында уҡыла торған ниәт һәм ифтар доғаһы

Рамаҙан – мосолман календарының туғыҙынсы айы. Күптәр был айҙы ураҙа тотоуға ҡайтып ҡала тип кенә аңлай. Тик был изге айҙа кешеләр, көндөҙ ашауҙан баш тартыуҙан тыш, бик күп башҡа изгелектәр ҙә ҡылырға тейеш.

Рамаҙан – мосолман календарының туғыҙынсы айы. Күптәр был айҙы ураҙа тотоуға ҡайтып ҡала тип кенә аңлай. Тик был изге айҙа кешеләр, көндөҙ ашауҙан баш тартыуҙан тыш, бик күп башҡа изгелектәр ҙә ҡылырға тейеш. Рамаҙан «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары янған кеүек, юҡҡа сыға.

Ураҙа – Исламдың биш шартының береһе. Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә: “ Рамаҙан айы кешелəргə тура юл күрһəтеүсе, ялғандан хəҡиҡəтте айыра торған дəлилдəр менəн Ҡөръəн индерелə башлаған айҙыр. Шуға күрə, ошо айға килеп ирешкəндəр ураҙа тотһон. Сирле булғандар йəки сəфəрҙəгелəр (тотолмаған көндəрен һунынан) башҡа көндəрҙə ураҙа тотор. Аллаһ һеҙгə еңеллек телəй, ҡыйынлыҡ телəмəй. Һанаулы (ураҙа) көндəрен тамам итеп, һеҙгə тура юл күрһəткəне өсөн, Аллаһты ололағыҙ, шөкөр итегеҙ.” (2:185) Тимәк, үҙен мосолман тип һанаған һәр кем ураҙа тоторға тейеш. Әлбиттә, күптәр: «Ураҙаның мәғәнәһе нимәлә икән һуң, ашамай тороуыбыҙҙан Хоҙай Тәғәләгә ни файҙа?» – тигән һорау бирер. Хоҙай Тәғәләнең беҙҙең ашау йәки ашамауға мохтажлығы юҡ. Ғөмүмән, Ул бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, ураҙа беҙгә генә кәрәк. Шуны ғына беләйек – Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе файҙалы эштәр башҡарырға саҡырыр, насарлыҡтарҙан алыҫ торорға ҡушыр. Тимәк, ураҙа тотоуҙың файҙаһы хаҡында фекер йөрөтөргә кәрәк. Ураҙа тотоу йәшерен бер ғибәҙәт булһа – тағы ла яҡшыраҡ.

Иң тәү сиратта, ураҙа тотоу нәфсене еңергә өйрәтә. Юҡҡа ғына «ураҙа менән шайтанды ла еңеп була» тип әйтмәгәндәр, ә шайтан беҙҙең нәфсене уятыусы дошман бит инде. Ас ҡайғыһын туҡ белмәй – ә көнө буйы ашамай йөрөгән кешенең күңелендә фәҡирҙәргә ҡарата йәлләү, аңлау тойғоһо уянасаҡ. Бынан һуң кеше изгелектәрҙе күберәк эшләргә тырышасаҡ, ә был инде уның үҙенә лә ҙур файҙа. Ысынлап та, ураҙаның файҙаһы бик күп, мәҫәлән:

1. Ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнер.

2. Ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ. Йылмайып ҡына торған кеше тирә-яҡтағыларға тик бәхет кенә өләшер.

3. Ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр.

4. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһтары уртаҡ, шуға ла Рамаҙан айында ошо гонаһтан йыраҡ торолор. Ураҙаң ҡабул булһын өсөн игелекле булырға, кешене ҡыйырһытмаҫлыҡ һүҙҙәр генә һөйләп йөрөргә кәрәк.

5. Ифтарға туғандарыңды, дуҫтарыңды саҡырыу менән дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре ҡеүәтләнер.

Ҡыҫҡаһы, ураҙа тотоуҙың файҙаһы икһеҙ-сикһеҙ, ул тәнде лә, йәнде ла таҙарта, дауалай торған ғәмәл.

Ураҙаны аҡылы теүәл, тәне һау-сәләмәт булған бөтә мосолмандар ҙа тоторға тейеш. Ниндәйҙер сәбәп менән берәй көн ураҙағыҙҙы ҡалдырырға тура килһә, был көн өсөн һуңынан тотоп ҡуйырға мөмкин. Рамаҙан айы матур байрам – Ураҙа ғәйете менән тамамлана.


Ураҙаға ниәт һәм ифтар доғаһы


Ураҙаның бер шарты – йылына бер тапҡыр ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән туҡталып тороу. Ураҙа тотоу өсөн иртән тороп ашаған ризыҡҡа «сәхәр», ураҙаны асыуға «ифтар» тиҙәр. Түбәндәге доғалар ураҙа тотҡан кеше өсөн мотлаҡ уҡылырға тейешле.


Сәхәр ашағандан һуң түбәндәге доға уҡыла:


Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:

Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр, йәғни «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк».


Ауыҙ асҡанда уҡый торған доға:

Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.

Мәғәнәһе:

«Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!»

Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!
Читайте нас: