РФ Президенты Владимир Путин бөгөн Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет ултырышын үткәрәсәк. Унда хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары - финанстар министры Антон Силуанов, вице-премьерҙар Ольга Голодец, Максим Акимов һәм Юрий Борисов доклад уҡып ишеттерәсәк. Бынан тыш, совет эшендә хөкүмәт ағзалары, ил башлығының федераль округтарҙағы тулы вәкәләтле вәкилдәре, йәмәғәт һәм эшлекле ойошмалар, эре компаниялар башлыҡтары, губернаторҙар, Рәсәй Дәүләт Советының етәкләүсе профилле эш төркөмдәре ҡатнашасаҡ.