+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2019, 13:55

Дан һеҙгә, ил ҡаһармандары!

Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Еңеү көнө уңайынан митинг уҙҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Еңеү көнө уңайынан митинг уҙҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, хәрби ойошма вәкилдәре, фронт һәм тыл ветерандары ҡатнашты.


Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскәләр һалды.


Тантанала ҡатнашыусылар, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышы яландарынан ҡайтмаған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.


Радий Хәбиров шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, генерал майор Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Кусимовтың бюсына, Дан мемориалының Геройҙар аллеяһына урынлаштырылған тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскәләр һалды.


Артабан республика етәксеһе Хәрби дан музейының экспозициялары менән танышты. Бында “Еңеү һалдаттары” күргәҙмәһе ойошторолған.


Автор: А. Хужина

Читайте нас: