Бөйөк Еңеүгә 74 йыл. Был шатлыҡлы ваҡиғаға тиҫтә йылдар үтһә лә, әле һаман һуғыш шаны тынмай.
Һуғыш... Ҡәһәрле һуғыш...
Илебеҙҙә күпме балалар етем,купме әсәйҙәр тол ҡалған. Һәр бер ғаилә һуғыш ҡайғыларын татып, күпме юғалтыуҙар кисергән. Был ҡәһәрле һуғыш беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәгән. Һуғышҡа киткән ир уҙамандар араһында минең атайымдың олатаһы Муфассал Йосопов, әсәйемдең олаталары Әхмәтйән Сафин, Фазлетдин Сәғитов та була.
Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе өләсәйем һөйләүе буйынса, һуғыш башланғанда, уға ни бары алты ғына йәш була. Бөгөнгөләй хәтерләйем,ти атаһының һуғышҡа киткәнен. Тик ул ваҡытта бер нимәлә аңламай, әсәһенең илай-илай оҙатып ҡалғанын. Ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, бөтә ауырлыҡтар хатын-ҡыҙҙарға,бала-саға иңенә тороп ҡалды. Өләсәйемдең әсәһе урманда ағас ҡырҡып һал ағыҙһа, ә өләсәһе өйҙә ҡалған балаларҙы ҡарай. Ағас ҡайырын киптереп, ҡул тирмәнендә тартып он эшләп икмәк бешереп,яз етеү менән ҡымыҙлыҡ, ҡуянтубығы, ҡуҙғалаҡ йыйып ашата. Шулай итеп ул, балаларҙы аслыҡтан ҡотҡарып алып ҡала. Ә ауылда аслыҡтан, яланғаслыҡтан бик күп кеше һәләк була.
Өләсәйем дә,олатайым да - бик тырыш кешеләр. Тормош ауырлыктарын күп күрһәләр ҙә, һынмағандар. Мин улар менән ғорурланам.
- Беҙ күргәнде, һеҙгә, балалар күрергә яҙмаһын, көндәрегеҙ аяҙ, киләсәгегеҙ тыныс булһын, ти олатайым.
Бөгөнгө тыныс көнөбөҙ, аяҙ күгебеҙ өсөн мең рәхмәт һеҙгә, ветерандар! Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тырышып уҡырға һәм үткәндәрҙе онотмаҫҡа бурыслыбыҙ.
Сөмбөл Йосопова "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе