+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2019, 17:45

Рәсәйҙә балалар пособиеһын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙылар

Хәҙер беренсе һәм икенсе балаға пособие алыуға ғаризаны ата-әсәнең даими теркәлгән урынынан тыш, һәр ҡалала бирергә мөмкин.

Рәсәйҙә балалар пособиеһын алыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер беренсе һәм икенсе балаға пособие алыуға ғаризаны ата-әсәнең даими теркәлгән урынынан тыш, һәр ҡалала бирергә мөмкин. Тейешле закон 12 майҙа үҙ көсөнә инде, тип яҙа «Российская газета» баҫмаһы.
Элек пособиелар прописка урыны буйынса ғына түләнә ине. Хәҙер уны алыу өсөн хатта ваҡытлыса теркәлеү ҙә кәрәкмәй.
Әле беренсе һәм икенсе бала өсөн пособиеларҙы бөтәһе 400 мең тирәһе ғаилә ала.
Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы проректоры Александр Сафонов әйтеүенсә, был документ бик мөһим, сөнки рәсәйҙәр яҡшы эш һәм хеҙмәт хаҡы эҙләп, йәшәү урынын йыш алмаштыра йәки алмаштырырға теләй.

Читайте нас: