-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2019, 13:00

Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл

Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл урыны билдәләнде.

Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл урыны билдәләнде. Зәки Вәлиди урамы башында, Салауат һәйкәленән йыраҡ түгел, Торатау Конгресс-холлы ҡаршыһында бөйөк шағирыбыҙ беҙҙе ҡаршы алып торасаҡ. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин хәбәр итте.
«Башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич һәйкәле урынын билдәләү буйынса комиссия эшендә ҡатнаштыҡ. Оҙаҡ эҙләгәндән һуң Телеүҙәк алдын һайланыҡ, — тип һөйләне Данир Ғәйнуллин. — Беренсенән, бөйөк Салауат батыр һәйкәленән йыраҡ түгел, икенсенән, көрәштәше Зәки Вәлиди урамында өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын мөһәбәт булып ҡаршы алып торасаҡ».
Һәйкәлде июндә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә асыу күҙаллана. Бынан алда республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан иткәйне. Унда танылған скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук еңеүсе тип танылды.
Шәйехзада Бабич һәм күренекле шәхестәрҙең исемдәрен «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проекты сиктәрендә мәңгеләштерергә тәҡдим ителде.
Читайте нас в