+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2019, 21:33

Имтихан тапшырыу өсөн нисә балл кәрәк?

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы ТДИ-ның минималь балдарын раҫланы. Аттестат алыр өсөн, рус теленән ТДИ-ны кәмендә 15 балға яҙырға кәрәк, был саҡта имтихан "өслө"гә тапшырылған тип иҫәпләнә. "Дүртле" алыр өсөн 25-33 балл йыйырға кәрәк, 34-39 балл йыйғанда "бишле" буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы ТДИ-ның минималь балдарын раҫланы.
Аттестат алыр өсөн, рус теленән ТДИ-ны кәмендә 15 балға яҙырға кәрәк, был саҡта имтихан "өслө"гә тапшырылған тип иҫәпләнә. "Дүртле" алыр өсөн 25-33 балл йыйырға кәрәк, 34-39 балл йыйғанда "бишле" буласаҡ. Шулай уҡ ГК-1 һәм ГК-4 критерийҙары буйынса кәмендә 4 балл ("бишле" алыр өсөн 6 балл) кәрәк буласаҡ.
Математиканан 8 баллыҡ эшкә "өслө" ҡуясаҡтар, 15-21 балл - "дүртле", 22-32 балл - "бишле" (шул иҫәптән ике балдың геометриянан булыуы мотлаҡ).
Физиканан 10-19 баллыҡ эш "өслө"гә тиң, "дүртле" алыр өсөн 20-30, ә "бишле"гә эшләйем тиһәң, 31-40 балл йыйырға кәрәк буласаҡ.
Химия (эштәр экспериментһыҙ булһа): 9-17 балл - "өслө"лөк, 18-26 - "дүртле"лек, 31-40 балл - "бишле"лек.
Химия (эксперимент булһа): "өслө" - 9-13 балл, "дүртле" - 19-28, "бишле" - 29-38 балл.
Биологиянан 13-25 балл йыйған уҡыусы "өслө", 26-36 балл йыйһа - "дүртле", ә 37-46 балл йыйһа - "бишле" аласаҡ.
География: 12-19 балл - "өслө", 20-26 балл - "дүртле", 27-32 балл - "бишле".
Йәмғиәтте өйрәнеү: иң кәмендә 15 балл йыйырға кәрәк, "дүртле" алыр өсөн 25 балдан да кәм булмаҫҡа тейеш, 34 балдан юғары булһа - "бишле" алырға була.
Тарих: 12-23 балл- "өслө", 24-34 - "дүртле", 35-44 балл - "бишле".
Әҙәбиәт: кәмендә 12 балл йыйырға кәрәк, "дүртле" алыу өсөн 20-26 балл, ә "бишле"гә яҙам тиһәң, 27-33 балл булырға тейеш.
Информатика: 5 балдан да кәм булмаһа - "өслө" (был иң түбән минимум), 12-17 балға - "дүртле", 18-22 балл - "бишле" алыу тигән һүҙ.
Сит телдәр: имтиханды 29 балға яҙһаң - "өслө", 46-58 балл йыйһаң "дүртле", 59-70 балл - "бишле".

Читайте нас: