Башҡортостан биләмәһендә хәүефле һауа торошо тураһында иғлан ителде, тип белдерә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 15 майҙа республикала урыны менән елдең секундына 20-25 метр тиҙлектә иҫеүе, эре боҙ-борсаҡ, ҡойма ямғыр яуыуы, йәшен көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 20-25 градус була, төньяҡ-көнсығышта +15-кә тиклем.