+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2019, 16:04

Өфөлә "Балалыҡ векторы - 2019" Бөтә Рәсәй конгресы башланды

Радий Хәбиров: "Баланың үҫешенә агрессив мәғлүмәт ағымы (буллинг), ҙур уҡыу йөкләмәләренә дусар булыуы, уҡыу планының конкурентлыҡ мөхитенә әҙерләүе зыян килтерә".

Бөгөн баш ҡалала "Балалыҡ векторы - 2019" Бөтә Рәсәй конгресы асылды. Унда илдең 85 төбәгенән 700-ҙн ашыу кеше ҡатнаша. Ике көн дауамында улар демография сәйәсәте, төбәктәрҙә эффектлы ғаилә сәйәсәте барлыҡҡа килтереү, ғаилә институтын дәүләт тарафынан күтәремләү, төбәктәрҙә балалар өсөн заманса инфраструктуралар барлыҡҡа килтереү кеүек мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәсәктәр.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең сығышында хәҙерге заманда балаларҙың ололарға ҡарағанда ла аҡыллыраҡ булыуын, әммә уларҙың агрессив мәғлүмәт ағымына (буллинг) йыш осрауы тураһында һөйләне."Бала мәктәптә ҙур уҡыу йөкләмәләренә дусар була, уҡыу планы ла уны конкурентлыҡ мөхитенә әҙерләй. Бала вайымһыҙ балалыҡ йылдарының нимә икәнлеген тойоп, үҙ мәлендә һәләттәрен асып, талантлы, физик һәм ижади яҡтан үҫешкән шәхес булып үҫергә тейеш. Ә әлегә уның үҫешенә өҫтә әйтеп үтелгән факторҙар ҡамасаулай. Шуға күрә беҙ Башҡортостанда мәктәптәрҙе биш көнлөккә күсерҙек. Бала ике ял көнөн ғаиләһе менән аралашып, ял итеп, спорт, ижад менән шөғөлләнеп, йоҡоһо туйғансы йоҡлап үткәрә. Шул саҡта ул бар яҡтан камил һәм көслө шәхес булып үҫәсәк" - тине ул. Ул шулай уҡ балаларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында диспансерлау, һөт аштары менән тәьмин итеү, мәктәп ашханаларын контролгә алыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатты.
Читайте нас: