+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2019, 11:55

Өфөлә ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы үтте

Өфөлә "Торатау" Конгресс-холлында ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы үтте. Ул Бөтә Рәсәй Конгрессы сиктәрендә ойошторолғайны.

Өфөлә "Торатау" Конгресс-холлында ата-әсәләрҙең 3-сө Республика форумы үтте. Ул Бөтә Рәсәй Конгрессы сиктәрендә ойошторолғайны.

Эшлекле һөйләшеү программаһына белем биреү учреждениеларында тематик шәмбеләрҙе үткәреү буйынса фекер алышыуҙар алып барылды, балаларҙың буш ваҡытын, ялын файҙалы һәм һөҙөмтәле ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, дөйөм шәмбеләр уҡыусылар араһында берҙәмлек рухын тәрбиәләргә тейеш. Ә Рәсәйҙең балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Анна Кузнецова үҙенең сығышында был турала: "Туризм һәм экология йүнәлештәре балаларға тәбиғәт менән яҡындан танышырға, этномәҙәни һәм патриотик шәмбеләр тыуған ер, мәҙәниәт, тарих менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирә. Сәләмәтлек сәғәте баланы спорт яғынан үҫтереү менән бер рәттән дөрөҫ туҡланыуҙан алып яман сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү тәжрибәһен белеп үҫергә мөмкинлек бирә. Иң мөһиме тематик шәмбеләр балаларҙың һәләттәрен асырға һәм уны үҫтерергә ярҙам итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта дөйөм сара ата-әсәләр араһында һүлпәнлекте юҡ итергә этәргес бирә", - тине.
Читайте нас: