+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2019, 14:33

"Һөйөклө бала"

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Һөйөклө сабый” тип исемләнгән реабилитацион медицина үҙәге асылды.

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Һөйөклө сабый” тип исемләнгән реабилитацион медицина үҙәге асылды. Үҙәктең мөһим үҙенсәлеге шунда: донъяға килгән мәлдә йәки тыуғас, төрлө йәрәхәттәр алған бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға ярҙам күрһәтеү.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре европа методикаһы буйынса баланы тиҙ арала һауыҡтырыуға йүнәлтелгән комплекслы алым тәҡдим итә. Эксперттар әйтеүенсә, ни тиклем иртәрәк (тыуғас та 200 көнгәсә) күрһәтелгән ярҙам бала үҫешендәге тайпылышты, зәғифлекте иҫкәртергә ярҙам итә.
Статистика буйынса республикала инвалид-балалар һаны йылдан-йыл арта бара. Ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлағанда ҡурҡыныс диагноздан күптәр ҡотолоп ҡала алыр ине, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, «Үҙенсәлекле балалар» попечителлек советы хәйриә фонды рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Читайте нас: