-21 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2019, 13:32

“Йәшел ҡалҡан”ды ҡурсалап

“Берҙәм Рәсәй” партияһы проектының “Таҙа ил” акцияһына ярашлы Рәсәй ҡалаларын йәшелләндереү йәһәтенән май-октябрь айҙарында өс миллион самаһы үҫенте тамыр аласаҡ.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы проектының “Таҙа ил” акцияһына ярашлы Рәсәй ҡалаларын йәшелләндереү йәһәтенән май-октябрь айҙарында өс миллион самаһы үҫенте тамыр аласаҡ.


Май байрамдарында илдең 36 төбәгендә 1 миллиондан ашыу ағас ултыртылған. Партия проекты координаторы, Дәүләт Думаһының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесе Владимир Бурматов әйтеүенсә, сарала “Берҙәм Рәсәй”ҙән бөтә кимәлдәге депутаттар ҡатнаша.


Башҡортостанда иһә был осорҙа 400 меңгә яҡын ағас ултыртасаҡтар. Төбәктә иң популяр ағастар – ҡарағай, йүкә, миләш, ҡайын, алмағас, шыршы, тирәк һәм башҡалар.

Читайте нас в