+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2019, 13:21

Башҡорт теленән диктантты олоһо ла, кесеһе лә яҙҙы

Башҡорт теленән төбәк диктантын яҙыу 2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетында башланғайны. Быйыл инде был матур сараға 5 йыл да тулды һәм уға халыҡ-ара диктант статусы бирелде.

Башҡорт теленән төбәк диктантын яҙыу 2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетында башланғайны. Быйыл инде был матур сараға 5 йыл да тулды һәм уға халыҡ-ара диктант статусы бирелде. Милләттәштәребеҙ йәшәгән донъяның төрлө илдәренән - АҠШ, Канада, Төркиә Республикаһы, Германия, Бөйөк Британия, Швейцария, Швеция, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Чехословакия, Польша, Испания, Италия, Сербиянан да (йәмғеһе - 18 урында) башҡортса диктант яҙыуға ихлас тотондолар. Тап шуның өсөн дә проект халыҡ-ара статусҡа эйә булды ла инде. Был көндө Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә 25 майҙансыҡ эшләне.

"Мин башҡортса һөйләшәм, мин башҡортса яҙам" тигән девиз аҫтында уҡыусы балалар ҙа диктант яҙҙы. Шуныһы ҡыуаныслы - йәш быуындың туған телгә тартылыуы Башҡортостандан ситтә йәшәүселәр араһында ла тойола. Уларҙың "Бәйләнештә" сайтындағы видеохәбәрҙәрен һеҙ "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ.

Башҡортостандан мәктәптәрҙә һәм махсус һөнәр биреү учреждениеларында 802 майҙансыҡ ойошторолдо, унда 50 меңдән ашыу уҡыусы, ата-әсә һәм уҡытыусылар диктант яҙҙы.

Һүрәттә: Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡорттары. Олоһо ла, кесеһе лә диктант яҙҙы!
Читайте нас: