+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2019, 11:32

Әлеге һауа торошо ҡасанға тиклем?

Алдағы өс көндә әлеге һауа торошо һаҡланасаҡ: ел, ямғыр, борсаҡ, ҡар...

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 20 майҙа, болотло көн көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, төньяҡ-көнсығыш яҡта – ҡар. Ел төньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә – 0-5 градус йылы, 5 градус һыуыҡҡа етеүе лә бар. Көндөҙ – 7-12 градус йылы.


21 майҙа республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып үтер. Айырым урындарҙа – борсаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектә, көндөҙ ҡапыл көслө иҫер. Һауа температураһы төндә – 0-5, көндөҙ 10-15 градус йылы.


Шаршамбы, 22 майҙа, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса тиҙлектә, ваҡыты менән көслө. Һауа температураһы төндә – 0-5, көндөҙ 12-17 градус йылы.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: