+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2019, 14:16

Салауат йыйыны

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан Салауат йыйыны Республика фольклор байрамы үтәсәк.

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан Салауат йыйыны Республика фольклор байрамы үтәсәк. Быйыл ул шағир һәм яугирҙың тыуған яғы - Салауат районында 8 июндә буласаҡ. Фольклор байрамы милли батырыбыҙҙың тыуыуына 265 йыл тулыуына арнала. Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай программа көтә. Байрам тарихында тәүге тапҡыр «Салауат йыйыны батыры» йыйын йолаһы буйынса бүләккә башҡорт атын аласаҡ. “Салауат йыйыны батыры” конкурсы 18 – 27 йәшлектәр араһында уҙғарыласаҡ. Улар үҙенең кейеме хаҡында һөйләргә, шәжәрәһен, ырыуы батырҙарын, тамғаһын, ҡошон, ағасын, оранын һ.б. белергә, халыҡ йырын башҡарырға (ҡобайыр, оҙон көй), ҡурай йәки башҡа башҡорт милли музыка ҡоралында уйнарға тейеш. Шулай уҡ ярыш төрҙәрендә Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлау, халыҡ бейеүен башҡарыу, милли көрәш, уҡ атыу бар.

Йыйын программаһына “Салауат уғы” асыҡ район турниры, тирмәләр конкурсы, “Көмөш өҙәңге” күргәҙмә-йәрминкәһе ингән. Байрам һабантуй менән бер көндә була – Салауат халҡы яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаясаҡ.


Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сәсәндәр үҙәге, Салауат районы хакимиәте.


Конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн заявкалар 30 майға тиклем “Салауат йыйыны-2019” билдәһе менән [email protected]электрон адресы буйынса ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50, 289-62-00.
Читайте нас: