+2 °С
Облачно
Яңылыҡтар
20 Мая 2019, 05:45

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Аҙна дауамында оборона темаһына күп сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҙна дауамында оборона темаһына күп сара үтте. Президент Владимир Путин хәрби ҡоралдарыбыҙҙы тикшерҙе. Сочиҙағы кәңәшмәлә алдағы йылға ғына түгел, ә бөтә быуат дауамына маҡсат ҡуйыу тураһында белдерҙе.


"Рәсәй Армияһы һәм флотының хәрби потенциалын ошо быуат буйына тиерлек хәрби лазер комплекстары тәшкил итәсәк. Ундайҙар беҙҙә бар", - тине Рәсәй етәксеһе.


Владимир Владимирович лазер ҡоралды үҫтереү проекттарының бик мөһим икәнен ҡабат-ҡабат телгә алды.


Әле ҡасан ғына беҙ лазер-фәләнде фантастика тип һанай торғайныҡ. Хәҙер ул Рәсәй оборона комплексында урын алды.


"Пересвет" (һүрәттә) тураһында ишеткәнһегеҙҙер? Ҡарап тороуға ябай ғына техника һымаҡ. Асылында ғәләмәт ҡеүәтле ҡорал. Ә "Кинжал" гипертауышлы комплексы, ә?!


Һуңғы ваҡытта аңланыҡ: алда беҙҙе лазер һәм гипертауышлы ҡоралдарыбыҙҙың парады көтә. Булыр. Шаңҡыһын әле дуҫ түгелдәр, һеңгәҙәһен, төн йоҡоһо ҡасһын. Ә беҙҙе был ҡоралдар һаҡлай...


Фото: pixabay.com
Читайте нас