-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2019, 14:43

"Аманат" планшет, телефон һәм башҡа бүләктәр тарата

"Аманат"ҡа яҙылыу дауам итә. Ейәнсура районының Үтәғол мәктәбе уҡыусыһы Гөлнира Йомабаева ла "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып шәп бүләк - планшет отто!

Ә һеҙ "Аманат"ҡа яҙылдығыҙмы? Өлгөрөгөҙ, ана бит, Ейәнсура районының Үтәғол мәктәбе уҡыусыһы Гөлнира Йомабаева ла "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнашып шәп бүләк - планшет отто! Иҙәштәр ҙә "Аманат"тың викторинаһында ҡатнашты, яҙылырға һүҙ биреп ҡалды.

Киләһе планшет ҡасан уйнатыла, тиһегеҙме? Тиҙҙән, бик тиҙҙән - бер ай самаһы ваҡыт ҡына ҡалды. Журналға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылайым тиһәгеҙ, Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһында, йәғни 26-сы майға тиклем почта бүлексәһенә барығыҙ. Иң мөһиме - квитанция күсермәһен эшләп, журналдағы купонды киҫеп алып, тултырып, беҙгә ебәрергә онотмағыҙ, ул һеҙгә бүләк отоу мөмкинлеген бирәсәк.

2019 йылдың икенсе яртыһына өҫтәмә ташлама менән үҙегеҙ йәшәгән урындағы почта бүлексәһендә яҙылырға мөмкин.

Журналдың индексы: П2706; Декада ваҡытында ярты йылға яҙылыу: 300 һум 09 тин.

Милләттәштәр! Туғыҙ тиҫтә йыл буйына башҡорт балаларына милли аң нуры таратҡан, 90 йәшлек "Аманат"тың яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе “Аманат” журналы редакцияһы иғлан иткән “Бүләк булһын "Аманат"! тип аталған изгелек акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ. Күп балалы, мохтаж, балаларҙы ҡарауға алған ғаиләләрҙе, балалар йорттарын, мәктәп китапханаларын “Аманат”лы итәйек!
Читайте нас: