Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2019, 12:29

"Мәҙәниәт" милли проекты 350 уҡытыусының белемен камиллаштырасаҡ

"Мәҙәниәт" милли проекты эсенә ингән "Ижади кешеләр" федераль проектын үтәү барышында быйыл Башҡортостандан 351 музыка һәм бейеү уҡытыусыһы квалификацияһын күтәрәсәк.

"Мәҙәниәт" милли проекты эсенә ингән "Ижади кешеләр" федераль проектын үтәү барышында быйыл Башҡортостандан 351 музыка һәм бейеү уҡытыусыһы квалификацияһын күтәрәсәк. Һөнәри һәм өҫтәлмә белем биреүҙә эшләгән педагогтарҙы Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында һәм А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты Академияһында уҡытасаҡтар. Әле уҡытыу учреждениелары менән килешеүҙәр төҙөлә. Балалайка, фортепиано, домрала уйнарға өйрәтеүселәр, вокал уҡытыусылары, классик һәм характер бейеү хореографтары, музыка һәм бейеү теорияһы педагогтары белемдәрен арттырасаҡ. Әйткәндәй, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә йыл да 370 уҡытыусының белемен камиллаштырыу талап ителә.

Фото: ТАСС
Читайте нас в