Башҡортостанда йәйге һәм мәктәп эргәһендәге лагерҙарҙа, шифаханаларҙа 390 меңдән ашыу бала ял итәсәк (уҡыусыларҙың 83%-ы). Бының турала хөкүмәт кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин еткерҙе.
Быйыл йәй бөтәһе 2652 ойошма: 1407 мәктәп эргәһендәге лагерь, 110 ҡаланан ситтәге, 985 хеҙмәт һәм ял лагеры, 27 балалар шифаханаһы, 37 палаткалар лагеры, 85 профилле лагерь эшләйәсәк.
Балаларҙың һаулығын нығытыуға, йәйге ялын ойоштороуға 1 млрд 833 млн 770 мең һум аҡса бүленгән. Шуның 1,5 млрд һумы - республика бюджетынан, ә 272,2 млн һумы муниципаль бюджеттан.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе әйтеүенсә, төбәк ҡаҙнаһынан бер балаға юлламаның уртаса хаҡы 17 мең һумға барып баҫа.