-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2019, 18:08
Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарына иң ҙур бассейн асыла
Өфөлә ундайҙың булғаны юҡ ине.
Өфөлә ундайҙың булғаны юҡ ине. Александр Попов академияһы 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына Спорт әҙерлеге үҙәгендә дүрт бассейн йыһазландырҙы. Халыҡ-ара стандарттарға тап килгән 50-метрлыҡ, 25-метрлыҡ һәм ике балалар бассейны Myrtha Pools заманса технологияһын ҡулланып эшләнгән.
«Уйындарҙың генераль секретары Ричард Смит Башҡортостандың баш ҡалаһына эш сәфәре менән килгән сағында спорт әҙерлеге үҙәгенең әҙерлеген юғары баһаланы», — тип иҫкә төшөрҙөләр Александр Попов академияһының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара Олимпия Комитеты булышлығында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Ярыштарҙа донъяның 30 иленән һәм 84 ҡалаһынан 1207 спортсы ҡатнаша.
"Башинформ"
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся